Мин бирмәмен һине ятҡа! Шиғыр бикләгәндәй ятҡа, Доға уҡығандай ҡат-ҡат, Мөхәббәтебеҙҙе яҡлап, Ҡара менән яҙам аҡҡа, Таралһын һүҙ тирә-яҡҡа: Йоп әйләнмәгәндәй таҡҡа, Мин бирмәмен һине ятҡа. Ҡалһа, ҡалыр донъям ҡаҡҡа – Мин бирмәмен һине ятҡа. Ҡалһам, ҡалырмын оятҡа – Мин бирмәмен һине ятҡа. Мин бирмәмен һине ятҡа. Мин бирмәмен һине ятҡа.